«Әлеге ваҡытта Рәсәй тимер юлдары Адлерҙан, Анапанан, Новороссийскиҙан, Сочиҙан һәм Рәсәйҙең башҡа көньяҡ ҡалаларынан өҫтәмә поездар тәғәйенләүҙе хәл итә. Шулай уҡ ғәмәлдәге составтарға өҫтәмә вагондар тағыла. Ихтыяж артыуының пассажирҙар өсөн юл хаҡына йоғонто яһамаһын өсөн билетҡа билдәле бер сик ҡуйыла», — тиелә Рәсәй тимер юл компанияһының рәсми белдереүендә.
Илдең көньяҡ ҡалаларынан өҫтәмә поездар бирелә
Рәсәй тимер юлы илдең көньяҡ ҡалаларынан өҫтәмә поездар тәғәйенләй, билдәле бер билет хаҡы була, - тип хәбәр итте компания.