«Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты һәм үҙәк диниә назаратына ҡараған 20 төбәк диниә назараттары һәм 2200 йәмғиәт һәм мәхәллә исеменән, Ватаныбыҙҙың традицион конфессиялары сафындағы берҙәм һәм ойошҡан миллионлаған Рәсәй мосолмандары исеменән Рәсәй Именлек советының һуңғы ултырышында Донбаста килеп тыуған хәлгә бирелгән баһаны тулыһынса ҡабул итәбеҙ», — тиелә Шурала – Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты президиумында — яһалған белдереүҙә. (документ «Хәбәрҙәр» редакцияһына тәҡдим ителде).
Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты белдереүендә шулай уҡ «беҙҙең ил хәлде тыныс, сәйәси саралар аша көйләр өсөн бар тырышлығын һалды, әммә трагедияны шәфҡәт күрһәтмәй күҙәтеү енәйәткә тиң», тип билдәләнә.
«Ул төбәктә йәшәгән кешеләрҙең хистәрен, һыҙланыуҙарын һәм ынтылыштарын аңлап беҙ, рәхмәт тойғоһо менән, дәүләтебеҙ президенты В.В.Путиндың Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын рәсми таныу тураһындағы, улар менән дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөү ҡарарҙарын хуплайбыҙ. Быуаттар дауамында Бөйөк Ватаныбыҙҙың традицион конфессияларға ҡараған 193 оло һәм кесе халыҡтарын берләштергән берҙәм дәүләтебеҙ Президентының мөрәжәғәтен тулыһынса һәм аныҡ аңлап, михнәт күргән төбәктә йәшәгән халыҡты нацизм тергеҙеү хәүефенән һаҡлау, демилитаризациялау, кешеләрҙе яҡлау маҡсатында махсус хәрби операция үткәреү тураһындағы ҡарарын ихлас хуплайбыҙ һәм был аҙымды Рәсәйҙең үҙенең именлеген тәьмин итер мөһим сара, тип ҡабул итәбеҙ», — тиелә документта.
Мәғлүм булыуынса, 22 февралдә Рәсәй президенты Владимир Путин Донецк халыҡ республикаһы менән Луганск халыҡ республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таныны. 24 февралдә Владимир Путин Донбаста махсус хәрби операция башланыуы тураһында белдерҙе.