Республикала аномаль йылы көндәр көтөлә

Киләһе биш көндә Рәсәй биләмәһендә аномаль йылы булыр тип фаразлана. Ошо хаҡта ТАСС агентлығына Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итте.

«Ай аҙағына тиклем һәм марттың тәүге көндәрендә Рәсәй биләмәһендә һауа температураһә норманан юғарыраҡ була. Әгәр илдең Европа өлөшөндә киләһе биш көндә плюс дүрт-биш градус булһа, Көнбайыш Себерҙә, Красноярск крайында — плюс һигеҙ градус, ә иң ҙур аномалиялар — Чукоткала», — тип белдерҙе ул.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 25 февралдә, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуҙы. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3,-2 градус.

Шәмбе, 26 февралдә, бер аҙ яуым-төшөм көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13, көндөҙ +1,-4.

Йәкшәмбе, 27 февралдә, төньяҡ райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуа, ҡалған биләмәлә яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -6,-11, көндөҙ +1,-4.