Рәсәйҙең дәүләт автоинспекцияһы ойошторолоуға 80 йыл тулыуға арналған сарала үҙҙәренең район-ҡалаларында еңеү яулаған командалар ҡатнаша. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү, велосипедта йөрөү һәм башҡа төр ярыштарҙа иң көслөләрҙе асыҡлай. Беренсе урын яулаған команда Рәсәй кимәлендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Республикала йыл һайын юл-транспорт фажиғәләрендә йөҙләгән бала һәләк була. Йыл башынан Башҡортостанда балалар ҡатнашлығында 99 авария теркәлгән. Уларҙа ике баланың ғүмере өҙөлгән, 102 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Йыл да „Хәүефһеҙ тәгәрмәс„ конкурсын үткәреү осраҡлы түгел. Ул балалар һәм үҫмерҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белһен өсөн ойошторола.
Командала дүрт уҡыусы, ике ҡыҙ һәм ике малай. Улар юл ҡағиҙәләрен яҡшы белергә, велосипедта дөрөҫ итеп йөрөргә, медицина ярҙамы күрһәтергә тейеш. Бынан тыш, балаларға башҡа һынауҙарҙы ла үтергә кәрәк.
Слетҡа йыйылыусылар Рәсәй дәүләт автоинспекцияһы ойошторолоуға 80 йыл тулыуға арнап үҫентеләр аллеяһы ултыртты. Балалар өсөн күңелле ял итеү ҙә ойошторолған. Уҡыусылар футбол, волейбол кеүек уйындар уйнай, ә кисен хатта дискотека ҡаралған. Балаларҙа һөнәргә һөйөү тәрбиәләү ошондай саралар аша башҡарылырға тейеш, тип иҫәпләй Мәғариф министрлығы белгестәре.
Йәш инспекторҙар хәрәкәте 1973 йылда ойошторола. Бөгөн ойошмала 17 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә һәм йылдан йыл уның ағзалары арта бара.
Йәш инспекторҙарҙың республика конкурсы өс көн дауам итә. Йома еңеүселәр билдәләнә һәм беренсе урын яулаған команда атала. Улар Бөтә Рәсәй слетында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Быйыл ил кимәлендәге сара Владивосток ҡалаһында үтә.