Быйыл унда Башҡортостандан ғына түгел, сит илдәрҙән дә музыканттар ҡатнашасаҡ.
Быйыл концерт программаһына композиторҙар Сергей Прокофьевтың тыуыуына —125 һәм Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан кинофильмдарҙан музыка ингән. Концерт Петр Чайковскийҙың Славян маршы һәм байрам фейерверкы менән тамамлана.