Өфөлә күсмә вакцинация пункттары ябыла

Өфөлә «Торатау» конгресс-холында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә һәм «Планета» сауҙа үҙәгендә эшләгән вакцинация пункттары ябыла.

Вакцина яһатырға теләгәндәр һаны кәмеүенә һәм табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын эш урындарына рациональ бүлер өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, прививкаларҙы ҡала поликлиникаларында яһатырға мөмкин. Дәүләт хеҙмәттәре порталында, кол-үҙәктең берҙәм 122 телефонына йәки регистратураға шылтыратып яҙылырға мөмкин.

Поликлиникаларҙың прививка кабинеттары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ. Тәнәфес һәм ял көндәре юҡ.

Вакцинация пункттарының тулы исемлеген Яндекс.Картала табырға мөмкин.