«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» асыҡланды

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсында еңеүселәр билдәләнде.

Финалға сыҡҡан ғаиләләр «Башҡортостан» дәүләт концерт залында проекттың һуңғы этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһына йыйылды. Тамашасылар сараны милли йолалар һәм туған тел байрамы, тип баһаланы. Республиканың төрлө төбәктәренән, Ҡурған өлкәһенән һәм Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан 23 ғаилә ҡатнашты.

БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева рәйеслегендәге жюри «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе» һәм «Ғаилә ижады» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләне.

Гран-приҙы Күгәрсен районынан Хөснуллиндар ғаиләһе яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе Юлдыбай ауылында йәшәй. Урал менән Гөлгөнә ике бала тәрбиәләй: ҡыҙҙары Дилараға — 10, улдары Ирханға 4 йәш. Хөснуллиндарҙы яҡташтары йүнсел, талантлы ғаилә тип белә. Ғаилә башлығы милли уйын ҡоралы — ҡурай эшләү менән шөғөлләнә. Был һөнәргә уны атаһы, оҫта ҡуллы Рәмил ағай өйрәткән. Ул ағасты семәрләү менән шөғөлләнгән, милли биҙәкле йыһаздар оҫтаханаһын асҡан. Урал Рәмил улына был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу атаһынан күскән. Бер нисә йыл элек үҙе лә оҫтахана асып ебәргән, хәҙер музыканттарҙың заказдарын башҡара. Инструментҡа ихтыяж ҙур, ти Урал Хөснуллин. Еңеүселәр был аҡсаға оҫтаханаға кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.

«Башҡортостан» ДТРК-һы республика конкурсының «Ғаилә кәсебе» номинацияһында еңеүселәр иҫәбенә ингән хеҙмәттәшебеҙ Ғәзиз Лоҡмановтың ғаиләһенә ихлас ҡотлауҙарын юллай.

Конкурсты ойоштороусылар — Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.