Йоморо алтын ҡояшты һынландырған ҡоймаҡ милләтте айырмай – был көндәрҙә уны һәр ғаиләлә яратып бешерә, тәмләп ашайҙар. Халыҡта борондан белен-ҡоймаҡ эргәһенә ҡыҙыл ыуылдырыҡ, еләк-емеш ҡайнатмаһы, бал, ҡаймаҡ ҡуйыу йолаһы бар.
Ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршылау йолаһы халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнергә һәм илһөйәрлек тойғоһон нығытырға ла булышлыҡ итә.