Радий Хәбиров студент-медиктарға рәхмәт белдерҙе

Радий Хәбиров студент-медиктарға рәхмәт белдерҙе

Радий Хәбиров COVID-19 менән көрәшергә булышҡан студент-медиктарға рәхмәт белдерҙе. Республика башлығы Медицина университетының яңы коронавируслы инфекция таралыуҙы иҫкәртеү шарттарында ғәмәли әҙерлек мәсьәләләренә арналған уҡыу-методика конференцияһында ҡатнашты. Илдә мәкерле сир менән көрәш иғлан ителгәндең тәүге көнөнән үк медицинаның алдынғы сафында пациенттар ҡабул итә башлағанда Юлиә Ғәниева студент дәрәжәһендә генә булһа, бөгөн ул икенсе курс ординаторы. Уҡыуын хеҙмәт менән аралаш дауам итә. Ковид бай тәжрибә тупларға ярҙам итте, ти. Һәм ул тәжрибә — төрлө яҡлы. Башҡортостан башлығының рәхмәт хатына Нуриман район дауаханаһы терапевты Фәнис Мөхәмәтйәров та лайыҡ. Йоғошло сиргә бәйле көсөргәнешле хеҙмәт шарттарын ул һөнәри бурыс тип ҡабул итә. Студенттарға мөрәжәғәт итеп Радий Хәбиров теүәл ике йыл тиерлек юғары әҙерлек режимындағы хеҙмәт шарттарын хәтергә төшөрә. Төп ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңенә алырға мәжбүр табиптарға ярҙамға студенттар килде. Һеҙҙең эшегеҙ баһалап бөткөһөҙ, тине республика башлығы. Башҡортостан юғары квалификациялы медицина белгестәрен республика ғына түгел ил һәм сит илдәр өсөн дә әҙерләгән уҡыу йорто менән ғорурлана ала. Башҡорт дәүләт медицина университеты асылыуға быйыл 90 йыл. Бөгөн ул буласаҡ табиптар әҙерләү менән генә сикләнмәй, белгестәрҙең һөнәрен камиллаштырыу, үҙ клиникаһында заманса дауалау ысулдарын ҡулланыу мөмкинлектәрен булдыра.Клиниканың онкология институты бинаһындә әлеге ваҡытта яңыртып ҡороу эштәре йәйелдерелгән. Республика башлығы дауахананың хирургия корпусында булып роботлаштырылған хирургия системаһы һәм ангиораграфик ҡоролма мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Коронавируслы инфекция менән көрәшкә республика медицина учреждениеларына 3902 студент һәм ординатор йүнәлтелә. Уларҙың ярҙамын дауахана, поликлиника, лабораториялар файҙалана. Студенттарҙың күбеһе эшен әле лә дауам итә. Улар дауалаған пациенттар араһында табипты йәш, тимәк тәжрибәһе аҙ, тип шикләнгәндәр хәҙер юҡ. Республика башлығы, һаулыҡ һаҡлау министры һәм Башҡортостан буйынса баш санитар табип бүләкләгән студент һәм ординаторҙар һаны 160. Хеҙмәт карьераһында бәлки тәүге дәүләт наградаһын улар тулҡынланыу һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡабул итә.