Санкцияларға бәйле хаҡтар артыуына юл ҡуймау бурысы ҡуйылды

Санкцияларға бәйле хаҡтар артыуына юл ҡуймау бурысы ҡуйылды

Радий Хәбиров Рәсәй ҡораллы көстәренең Украиналағы махсус операцияһына үҙ ҡарашын белдерҙе. Шулай уҡ Башҡортостан хөкүмәтенә санкцияларға бәйле иҡтисади хәүефтәрҙе барлау һәм хаҡтар артыуына юл ҡуймау бурысын еткерҙе. Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән мәсьәләләр һәм белдереүҙәрҙе хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов барланы.Беҙ президентыбыҙ ҡарарын тулыһынса хуплайбыҙ, тине Республика Башлығы хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне асып. Төбәк етәкселәренең был ваҡиғаларға ҡарата артыҡ тауышы ишетелмәгән осорҙа Радий Хәбировтың аныҡ позицияһын билдәлеүе республика властарының барлыҡ кимәлдәре өсөн дә был һорауҙа етди ҡарашын аныҡлай. Был шарттарҙа Башҡортостандың иртәгәһен хәстәрләү зарур. Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә иҡтисади хәүефтәрҙе барлап, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү бурысын йөкмәтте.Бөгөндән төбәктә антикризис штабы эш башлай, ул тәү сиратта экспортҡа эшләгән ойошмаларға ярҙам сараларын барлаясаҡ, сөнки санкциялар арҡаһында уларға тауарҙы ҡайҙа һатырға тигән һорау киҫкенләшә. Кесе бизнес өсөн дә дәүләт ярҙамы механизмдары барлана, тине министрҙар кабинеты рәйесе. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән эвакуацияланыусылар өсөн әҙерләнгән 2 мең урын резервта ҡала, ошо көндәрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына сираттағы ылау ебәреләсәк. Ә бына сит илдәрҙә тороп ҡалған яҡташтарыбыҙҙы тыуған яҡҡа ҡайтарыу менән айырым төркөм шөғөлләнәсәк. Махус операцияға бәйле Рәсәйҙең көньяғында осоштар туҡтатылды, бынан тыш, егермеләгән дәүләт беҙҙең ил самолеттары өсөн һауа юлдарын япты. Украина мәсьәләһе коронавирус тураһында яңылыҡтарҙы ситкәрәк күсерһә лә, ауырыу бер ҡайҙа ла ююҡа сыҡмаған, бер тәүлектә республикала 3 мең ярым тирәһе кешенең ПЦР тест һөҙөмтәһе ауырыу барлығын дәлилләй. Шулай ҙа сирҙе ауыр кисереүселәр кинәт кәмегән. Әле койка фондының 45 проценты буш, шуға ла уның һанын кәметергә килешелде. Тағы бер мөһим ҡарар – медицина тикшереүҙәрен тергеҙеүгә бәйле.Сирҙе ваҡытында асыҡлау, ә тағы ла яҡшыраҡ уны алдан профилактикалау һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙең тәү бурыстары исемлегендә ҡала. Был йәһәттән республикала төҙөлгән яңы медицина объекттары уны башҡарыуға етди этәргес булырға тейеш. Вице-премьер Максим Забелин билдәләүенсә, һуңғы 3 йыл эсендә капиталь һәм модулле медицина объекттары төҙөлөшө кинәт артҡан. Быйыл шуларҙың 60-ҡа яҡынында эштәр дауам итә. Саҡмағоштағы поликлиниканы 1 апрелгә, Бөрөлә 15 майға асыу бурысы ҡуйылды. Өфөләге Затон биҫтәһендә, Баймаҡта һәм Илештә ҙур объекттар төҙөлөшө дауам итә. Улар киләһе йылда сафҡа инер тип күҙаллана. Ә яҡын арала төҙөлөп бөтәсәк Туймазы һәм Сибай ковид госпиталдәре проекты авторҙары дәүләт наградаһына тәҡдим ителде.Торлаҡ – коммуналь хужалыҡ һәм юл, транспорт министрлыҡтары өсөн яуаплы осор башлана. Радий Хәбиров был ведомство етәкселәренә, район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә яҙғы режимға күсергә кәңәш итте. Иң беренсе юлдарҙағы соҡорҙарға иғтибар.Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары башланыуын билдәләп Республика Башлығы Башҡортостан етәкселеге исеменән Салауат Юлаев командаһына уңыштар теләне.