Башҡортостандан Рәсәй йыйылма командаһына 14 спортсы ингәйне. Улар 4 миҙал менән әйләнеп ҡайтты. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров беҙҙең спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, наградалар тапшырҙы.Олимпиада еңеүселәре менән Өфө-аренала осрашырға була, ә аҙаҡ улар ҡала урамдары буйлап үтә, тиеүҙәрен ишеткән һәр кем тышҡа атлыҡты.Хоккей, шорт-трек һәм биатлон, фигуралы шыуыу, бобслей һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса көс һынашҡан Рәсәй командаһы өсөн Башҡортостан халҡы ла янып-көйҙө. Команда исемлегендә республиканың 14 спортсыһы бар. Рәсәйҙең иң көслө кешеһе – Эльбрус Ниғмәтуллин тамашасыларҙың алҡыштары аҫтында спортсылар ултырған 20 тонналыҡ автобусты 35 метр һөйрәп бара алыуын күрһәтте. Халыҡ геройҙары менән фотоға төшөргә, уларҙан автографтар алырға ашыҡты һәм шау-гөр килеп Радий Фәрит улы менән осрашыуға оҙатты.Ленин, Пушкин урамдары, Совет майҙанына өфөлөләр йыйылды. Спортсыларыбыҙҙың Пекиндағы һәр сығышын күҙәтеп барған балалар ҙа, өлкәндәр ҙә уларҙы яҡындан күргеһе килә ине.Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда йыйылма командаға иң күп спортсыларын сығарыусы төбәк булараҡ тарихҡа инде. Ә беҙ яҡташтарыбыҙҙың һуңғы көстәрен биреп еңеүҙәргә ынтылыуын рухланып күҙәттек. Радий Хәбиров уларҙың һәр береһен геройҙарға тиңләне.Шорт-трексы Семен Елистратов 1500 метр арауығында барған көсөргәнешле ярыштан Башҡортостанға бронза миҙал алып ҡайтты. Ә биатлонсы Эдуард Латыпов – 3 бронза миҙал хужаһы. Осрашыуҙа хоккейсылар ҙа ҡатнашты. Шакир Мөхәмәҙуллин һәм Александр Кадейкинға боҙға сығыу форсаты теймәһә лә Рәсәй командаһы көмөш миҙал яуланы. Ә хоккейҙан ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 5-се урынға сыҡты. Башҡортостандың “Ағиҙел”енән 7 ҡыҙ Рәсәй йыйылма командаһы составында боҙҙа алышты. Осрашыу һуңында Радий Фәрит улы спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына рәхмәт хаттарын һәм наградалар тапшырҙы, еңеүҙәр теләне.
Өфөлә Олимпиадала ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тәбрикләнде
Өфөлә Олимпиадала ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тәбрикләнде