«Был проектты беҙ төрлө кимәлдә бер нисә йыл оҙатып киләбеҙ. 2020 йылда Туймазыла Сәнәғәт сәғәтенең күсмә ултырышында республиканың көнбайышындағы етештереүселәрҙе берләштерер кластерҙың үҫеш мөмкинлектәрен тәүге тапҡыр билдәләнек. — Беҙ республикала нефтегазохимия, нефть сығарыу һәм эшкәртеү авиа- һәм двигателдәр эшләү өлкәһендәге юғары компетенцияларға күнеккәнбеҙ. Әммә беҙҙең башҡа тармаҡ предприятиеларында ла уңыштар бар», — тип яҙа Радий Хәбиров.
Кластер Рәсәйҙә карауат һәм матрастар етештереү буйынса лидерҙар иҫәбендәге «Корона» компанияһы нигеҙендә барлыҡҡа килде. Туймазы предприятиеһынан тыш кластерға йомшаҡ мебель, фурнитура, мебель йыһаздары етештереүселәр, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы, Өфөнөң «ПромЦентр» технопаркы һәм Өфө урман хужалығы техникумы берләшә.
Үткән йылдың декабрь аҙағында Башҡортостандың мебель кластерын Рәсәй сәнәғәт министрлығының федераль реестрына индереүҙе һорап документтар йүнәлтелгән. Был резидент предприятиеларға етди дәүләт ярҙамына иҫәп тоторға булышлыҡ итә.