Башҡортостан туристары ҡайта алмай

Мең ярымдан ашыу яҡташыбыҙ – Башҡортостандан ял итергә сит илгә киткән туристар - ҡайтыр юлда ҡыйынлыҡтарға тарыған.

Башҡортостандан сыҡҡан 1800 турист әлеге ваҡытта сит илдә ҡала.

Ошо хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр. Ватандаштарыбыҙ Мысырҙа, Доминиканала һәм Төркиәлә. Һауа юлдары ябылыу сәбәпле улар ҡайтыр яҡта ҡатмарлыҡтарға тарыған.

Сәйәхәтселәрҙең барыһы ла урындағы туроператорҙарҙан путевка һатып алған. Үҙ-аллы сәйәхәт иткәндәр был иҫәптә юҡ. Мәғлүмәттәр Республика менән идара итеү үҙәгенән алынды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа юлдарының өлөшләтә ябылыуы һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер аэропорттарында ҡабул ителгән сикләүҙәр сәбәпле сит илдә ҡалған беҙҙең туристарҙың ҡайтыу мәсьәләһе киҫкенләште. Әлеге ваҡытта ярҙам талап ителгән Рәсәй граждандарының исемлеге төҙөлә. Мәсьәлә менән Транспорт министрлығы, Сит ил эштәре министрлығы һәм Ростуризм менән берлектә Росавиация шөғөлләнә, тип хәбәр итә ЦУР телеграм-каналында.

Ошоға оҡшаш хәлгә тарығандарға нимә эшләргә?

 — туроператор йәиһә пассажир ташыусы менән бәйләнеш тоторға;

 — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының «Зарубежный Помощник» күсмә ҡушымтаһында мотлаҡ теркәлергә (iOS, Android).

Ҡатмарлы хәл тураһында

Сит ил эштәре министрлығының Ситуация үҙәгенә +7 495 695 45 45 телефоны (тәүлек әйләнәһенә эшләй)

Ростуризм-ОНФ ҡыҙыу линияһына: 8- 800 200 34 11 (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8.00 киске 20.00 тиклем)

Башҡортостандағы Ситуация үҙәгенә: 8 (347) 218 19 19 (Иртәнге сәғәт 8.00 киске 20.00 тиклем, ял көндәрһеҙ һәм тәнәфесһеҙ эшләй)

Шылтыратып хәбәр итергә