Йәмәғәт урындарында социаль дистанция мотлаҡ түгел

Роспотребнадзор йәмәғәт урындарында социаль дистанция тотмаҫҡа рөхсәт бирҙе

Рәсәйҙә йәмәғәт урындарында был талап бөтөрөлә. Роспотребнадзорҙың яңы эпидемиологик тәҡдимдәренән күренеүенсә, хәҙер битлек кейеү һәм көсәйтелгән дезинфекция режимы ғына ғәмәлдә.

«Сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүен һәм сир билдәләре булмаған сәләмәт кешеләр араһында «омикрон» вариантының таралыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт санитар табибы эпидемияға ҡаршы сараларҙы үткәреү буйынса методик тәҡдимдәрҙе раҫланы», — тиелә ведомство белдереүендә.