Башҡортостанда үҙенсәлекле һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда температураның норманан юғарыраҡ булыуы мөмкин.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, мартта Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы һәм бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (март өсөн норма -7,1 градус).

Яуым-төшөм дә күп була, тип фаразлай синоптиктар (норма 20-40 миллиметр).