«Эхо Москвы» радиостанцияһы эфирға сыҡмай

«Эхо Москвы» радиостанцияһы эфирға сығыуҙан туҡтаны. Ошо мәғлүмәтте радиостанцияның баш мөхәррире Алексей Венедиктовтың Telegram-каналындағы яҙмаһына һылтанып Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы агентлығы хәбәр итте.

Шишәмбе көндө Рәсәй генераль прокуратураһы Роскомнадзорға «Эхо Москвы» һәм Рәсәйҙә киң мәғлүмәт саралары-иноагент тип танылған «Телеканал «Дождь»* мәғлүмәт ресурстарына инеү мөмкинлеген сикләү сараһын күрергә тигән талап ҡуйҙы.