Йәш сәсәндәр республика конкурсына саҡырыла

Башҡортостанда йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Конкурс Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында ил халыҡтарының мәҙәни традицияларын һаҡлау һәм халыҡ сәнғәтен популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.

Башҡортостанда «Урал балалары тауышы» республика йәш сәсәндәр конкурсының беренсе турына ғаризалар ҡабул ителә. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Зилә Баймырҙина хәбәр итте.

Конкурста 7-10, 11-14 һәм 15-18 йәшлектәр ҡатнаша ала.

Уларҙың башҡорт телендә һәм уның диалекттарында эпостарҙан өҙөктәрҙе яттан һөйләүе талап ителә, сығыш 4 минуттан артмаҫҡа тейеш. Милли кейемдә булыу мотлаҡ, музыка ҡоралдарын ҡулланырға рөхсәт ителә. Эпик әҫәрҙәр һамаҡлап башҡарыла.

Конкурс номинациялары — «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Ҡуңыр буға», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Алпамыша», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Таһир менән Зөһрә», «Бүҙйегет» һәм башҡа башҡорт эпостарына тап килә.

Беренсе этап онлайн-режимда уҙғарыла. Ҡатнашыусы ғаризаһын һәм видеояҙмаларын 2022 йылдың 16 мартына тиклем NDVNovikov1981@mail.ru электрон адресына ебәрергә тейеш.

Конкурстың положениеһы Республика халыҡ ижады үҙәгенең интернеттағы рәсми сайтында бар.