Беҙҙең илебеҙгә ҡарата индерелгән санкциялар сәбәпле Башҡортостанда иҡтисади хәүефтәрҙе барлау һәм хаҡтар артыуына юл ҡуймау бурысы ҡуйылды. Республикала кризисҡа ҡаршы штаб эшләй башланы, ул тәү сиратта экспортҡа эшләгән ойошмаларға ярҙам сараларын барлаясаҡ, сөнки санкциялар арҡаһында тауарҙы ҡайҙа һатырға тигән мәсьәлә киҫкенләшә. Кесе бизнес өсөн дә дәүләт ярҙамы механизмдары барлана. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән эвакуацияланыусылар өсөн әҙерләнгән 2 мең урын резервта ҡала, ошо көндәрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына сираттағы ылау ебәрелә. Ә бына сит илдәрҙә тороп ҡалған яҡташтарыбыҙҙы тыуған яҡҡа ҡайтарыу менән айырым төркөм шөғөлләнәсәк. Махус операцияға бәйле Рәсәйҙең көньяғында осоштар туҡтатылды, бынан тыш, егермеләгән дәүләт беҙҙең ил самолеттары өсөн һауа юлдарын япты.
Рәсәй ҡораллы көстәренең Украиналағы махсус операцияһы дауам итә
Рәсәй ҡораллы көстәренең Украиналағы махсус операцияһы дауам итә