Картуф, ҡыяр, помидор, һыйыр, сусҡа ите, балалар өсөн йәшелсә консерваларына хаҡтар артҡан. Бер йыл эсендә магазиндағы бөтә аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтың яҡынса 11 процентҡа артыуын билдәләй Башстат. Ғинуар айында ғына ярма төрҙәре, кәбеҫтә, картуфҡа хаҡ үҙгәргән. Һыйыр, һарыҡ, ат иттәренә лә хаҡ ҡыйбатланған. Элек, мәҫәлән, һыйыр ҡабырғаһы итенең бер килограммы 360 һум булһа, хәҙер уның хаҡы 400 һум.Хаҡтар шулай уҡ он, балалар туҡланыуы өсөн йәшелсә консервалары, һөт, ҡаймаҡ, колбасаларҙың төрлө төрҙәре, маргарин, сыр, печенье, туңдырылған балыҡ, ҡара сәй, макарон, эремсек һәм вермишель кеүек аҙыҡ-түлеккә лә артҡан. Бының сәбәптәре асыҡ: беренсенән пандемия бөтөп бара, шуға ла тауарға һорау күп, икенсенән яғыулыҡҡа хаҡ арта.
Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине йәнә ҡиммәтләнде
Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине йәнә ҡиммәтләнде