Юлдарҙы ремонтлауға етди иғтибар

Юлдарҙы ремонтлауға етди иғтибар

Өфө ҡала хакимиәтенең сираттағы ултырышында юлдарҙы ремонтлауға етди иғтибар бирергә ҡушылды. Радмир Мәүлиев был эште май байрамдарына тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы. Альбина Зәйнетдинова сюжетында Ҡар иреү менән соҡорҙар һаны ла ҡырҡа арта. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре юлдарҙың хәүефле өлөштәрендә соҡорҙарҙы ғинуар айында уҡ ямай башлаған. Ҡаланың төп урамдары менән бер рәттән, ихата алдарындағы юлдар ҙа иғтибар үҙәгендә. Юлдарҙы ремонтлау эштәре 1 майға тиклем тамамланырға тейеш. “Өфө ҡалаһының интерактив картаһы” сервисы был эште тиҙләтергә тейеш. Кәңәшмәлә ямғыр һыуҙарын ағыҙыу торбаларын тәртипкә килтереүгә лә иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушылды. Ағиҙел ярҙарын тоташтырған иҫке күпер ябылды. Унда капиталь ремонт башланды. Төҙөүсе белгестәр алдында етди бурыс тора. Яңыртылған күпер ҡаланың юбилейына асылырға тейеш. Бының өсөн төҙөкләндереү эштәрен бер йылға иртәрәк тамамлар кәрәк.