Аркалы күпер ябылды

Аркалы күпер ябылды

Аркалы күперҙә реконструкция эштәре башланыу сәбәпле юл хәрәкәте үҙгәртелде. Водительдәрҙең быға ҡарашы нисек? Әле урында ниндәй эштәр башҡарыла? 1956 йылдан алып хеҙмәт иткән аркалы күперҙән хәҙер водительдәр йөрөй алмай. Ул реконструкция эштәренә ябылды. Ремонт эштәрен башҡарыуға әлегә бөтәһе ике йөҙләгән эшсе йәлеп ителгән. Улар вахта ысулы менән эшләй. Төҙөү-монтаж ваҡытында автотранспорт хәрәкәте схемаһы үҙгәртелде. Хәҙер ҡаланан сығыу өсөн дүрт һыҙатлы яңы күпер һәм 1991 йылда һалынған күперҙән генә сығырға мөмкин. Ә ҡалаға инеү өсөн 1991 йылда һалынған күперҙән дүрт йәки биш һыҙат буйлап хәрәкәт итеп була. Бында реверсив светофор эшләйәсәк. Күпер ябылыу сәбәпле, әлбиттә, бигерәк тә кискеһен тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Водителдәр был хәлде яҡшы аңлай, шулай ҙа түҙергә кәрәк, ти улар.Объекттағы төҙөү-монтаж эштәре дүрт миллиард һумға баһаланған. Аҡса әлегә республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан бүленә, киләсәктә федераль ярҙам да күрһәтелеүе лә ихтимал. Урында реконструкция эштәрен 2024 йылда тамамларға тигән маҡсат ҡуйылған. Әйткәндәй, күперҙә капиталь ремонт Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығына төҙөләсәк объекттар исемлегенә индерелгән.