Республикала эскән килеш руль артына ултырыусылар һаны арта. Үткән йылда ғына Башҡортостанда транспорт менән иҫерек килеш идара итеүгә бәйле 389 юл-транспорт фәжиғәһе теркәлгән. 99 кешенең ғүмере өҙөлгән. Беҙҙең хәбәрселәр хәҙер инде рәшәткә артында ултырған водителдәр менән осрашты. Сираттағы тапҡыр иҫерек килеш руль артына ултырыуы Александр Степанов өсөн һуңғыһы була. 2021 йылдың сентябрендә 27 йәшлек ир Бәләбәй ҡалаһында ВАЗ автомобилендә 76 йәшлек ҡатынды тапай. Һөҙөмтәлә ханым һәләк була. Ә водитель 7 йылға иркенән мәхрүм ителә. Тикшереү барышында ирҙең ҡанында алкоголь булыуы һәм шулай уҡ быға тиклем транспорт менән иҫерек килеш идара итеү сәбәпле водитель таныҡлығы булмауы асыҡлана. Хәҙер инде ауыр көрһөнһәлә әмәл юҡ. 20 йәшлек Николай Алексеев та 2019 йылдың авгусында иҫерек килеш мотоцикл артына ултырырға батырсылыҡ итә. Һөҙөмтәлә, ул юл ситендә барған 3 йәйәүлегә бәрелә. Зыян күреүселәр төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла, ә егет 3 йылға рәшәткә артына ултыра. Шаҡша биҫтәһендәге 5-се холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырыусыларҙың күптәре енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса ғәйепләнеүселәр. Стастикаға ярашлы, республика юлдарында траспорт менән иҫерек килеш идара итеүселәр һаны арта ғына бара. Уларҙы енәйәт эше лә, тиҫтәләгән протоколдар ҙа, меңәр һумлыҡ штрафтар ҙа ҡурҡытмай.Ҡыҙғанысҡа, закон боҙоусының ғәмәлдәрендә рецидив енәйәт булыуы ла йыш осрай. Тик был осраҡта уны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһы көтәсәк.
Өҙөлгән яҙмыштар
Өҙөлгән яҙмыштар