Республикалағы иң ҙур мәктәп Өфөнөң Инорс биҫтәһендә

Республикалағы иң ҙур мәктәп Өфөнөң Инорс биҫтәһендә

Төҙөлөш эштәре тамамланыуға табан бара. Киләһе уҡыу йылы башынан белем усағында 1650 уҡыусы парта артына ултырасаҡ. Төҙөлөп ятҡан 4 ҡатлы мәктәп үҙенең майҙаны менән хайран итә. 35 мең квадрат метр урынды биләгән мәктәпте август аҙағына файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Ә бер нисә йыл элек бында ташландыҡ урын, һаҙлыҡ ер булған. Әлеге мәлдә бинала 140 кеше төҙөлөш- биҙәү эштәре менән мәшғүл. Спорт залдарынан тыш, бөтә ергә йылы бирелгән. Электр үткәреүҙең тәүге этабы тамамланған. Яҙ башына мәктәптең алғы яғын эшләп бөтөргә тейештәр. Белем усағы бәләкәй һәм өлкән класстар секцияларына бүленгән. Шулай уҡ эске биҙәлешенең дә үҙенсәлекле дизайны күҙгә ташлана. Һәр ҡаттың, һәр класстың диуарҙарын айырым бер төҫкә буяғандар. Иркен тантаналар залы, бер нисә табип кабинеты менән медицина бүлеге, уйындар өсөн класстар, өс медиазалдан торған заманса китапхана үҙе генә ни тора. Һис шикһеҙ, бындай мәктәптә һәр бала уҡырға теләр ине.Был Башҡортостандағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе буласаҡ. Дөйөм майҙаны 25,5 кв. метр. 4 спорт залынан тыш 2 туҡланыу бүлеге ҡаралған. Әйткәндәй, был бәләкәй класс уҡыусылары өсөн ашау урыны. Һуңғы йылдарҙа Инорста әүҙем яңы йорттар күтәрелә һәм биҫтәлә йәш ғаиләләр һаны арта.Күрше бинала балалар баҡсаһы урынлашҡан. Ул үткән йыл февраль айынан сабыйҙар тауышы менән тулды.Сираттағы төҙөлөш объекты ла башҡа кисектерелмәҫ, ваҡытында сафҡа индерелер тип көтөлә. Был Инорс биҫтәһендәге 8-се мәктәп. Яңы уҡыу йылы башынан 51-се дөйөм белем биреү усағы бер сменаға 1650 уҡыусыны ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә булған иң ҙур мәктәп булараҡ ишектәрен асасаҡ.