Әле социаль селтәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларынан ғәйәт ҙур мәғлүмәт ағымы тарала. Ғәйбәт һәм ялған мәғлүмәт күп.
Чернышенко сервисты Рәсәйҙә COVID-19 тураһында хәбәр иткән билдәле «Стопкоронавирус.рф» сайты өлгөһө буйынса эшләйәсәк, тип белдерҙе. «Яңы портал тикшерелгән, рәсми һәм, иң мөһиме, оператив мәғлүмәт сығанағы буласаҡ. Ғәмәлдәге ваҡыт буйынса мәғлүмәттәр яңыртылып торасаҡ», — тине вице-премьер.
Каналда иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар бирелә лә башланы. Улар граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған һәм социаль слтәрҙәрҙә фекер алышыуҙар уятҡан бар өлкәләргә ҡағыла һәм транспорт элемтәһенән алып финанс тотороҡлоҡ менән уҡыу йорттарының эш тәртибенә тиклемге мәсьәләләргә ҡағыла.
Граждандар көндәлек ваҡиғаларға бәйле бар һорауҙарын кире бәйләнеш формаһында тапшыра ала. Мөрәжәғәттәрҙе социаль селтәрҙә «Объясняем.рф» сәхифәһе аша ебәрергә мөмкин.