Әле мутлашыусылар ҡулланған иң таралған алым — банк иҫәптәрендәге аҡсаны ашығыс алыуҙы талап итеп шылтыратыуҙар. Йәнәһе уларҙы SWIFT системаһын туҡтатыу менән файҙаланып булмаясаҡ. Был дөрөҫ түгел.
Клиенттарҙың бар аҡсаһы Рәсәй банктары иҫәбендә һаҡлана һәм уларҙы һәр ваҡыт ҡулланырға мөмкин. Ҡайһы бер банктарҙы СВИФТтан сығарыу уларға йоғонто яһамай. СВИФТ – бары тик финанс мессенджеры, уны банктар тотош доъяла файҙалана, системанан сығарыу банктарҙың халыҡ-ара эшмәкәрлегендә генә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. РФ Үҙәк банкынан белдереүҙәренсә, дәүләт эсендәге операцияларға уның йоғонтоһо юҡ.