Ҡайһы илдәрҙә ял итергә барырға мөмкин — Ростуризм

Ростуризм Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индергән илдәргә бармай торорға кәңәш бирә. Был хаҡта ведомство етәксеһе Зарина Догузованың белдереүенә таянып ТАСС хәбәр итте.

«Килеп тыуған хәлгә бәйле Ростуризм сит илгә ялға һәм эшлекле сәфәргә йыйынған барлыҡ граждандарға Рәсәйгә ҡарата санкциялар һәм сикләүҙәр индергән илдәргә барыуҙан баш тартырға кәңәш итте, сөнки был илдәрҙән ҡайтҡанда ҡаршылыҡтар хәүефе булырға мөмкин», — тине Догузова.

Ростуризм туроператорҙарға Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан иткән илдәргә сәйәхәт турҙарын һатыуҙы туҡтатырға ҡушты. Бынан тыш, Евросоюз һәм Канаданың ябыҡ һауа киңлеге аша осорға кәрәк булған Кариб бассейны илдәренә турҙар һатыуҙы туҡтатырға ла тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Евросоюз һәм Канаданың һауа киңлеген сикләүгә бәйле Рәсәй туристары Куба, Доминикана, Мексика һәм Венесуэла кеүек илдәргә бара алмай.

Турист сәфәрҙәр өсөн асыҡ илдәр иҫәбендә — Төркиә, Мысыр, Тунис, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам һәм башҡа дәүләттәр. Ведомство шулай уҡ Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы, Федераль туризм агентлығы һәм Федераль һауа транспорты агентлығының көнүҙәк сәйәхәт йүнәлештәр дәрәжәһенең үҙгәреүе тураһындағы мәғлүмәтен иғтибар менән күҙәтеп барыуҙы үтенә.