«Алға» виртуаль картаһын яңынан ҡуйыу бушлай

Башҡортостандың социаль карталар регистры Google Pay һәм Apple Pay сервисын файҙаланып юл хаҡын түләгән пассажирҙар өсөн белешмә бирҙе.

«Рәсәй банктарының бер нисәһенә санкциялар иғлан итеү сәбәпле Google Pay һәм Apple Pay ярҙамында йәмәғәт транспортында уларҙың күсмә телефонға бәйләнгән картаһы аша түләү мөмкинлеге сикләнде.

Шул уҡ ваҡытта банк картаһының үҙе менән түләгәндә ҡаршылыҡтар юҡ.

Виртуаль «Алға» картаһы хужалары санкция һалынған банк картаһы менән түләй алмай.

«Алға» картаһының виртуаль өлгөһөн банк картаһына яңынан бәйләү бушлай үткәрелә. Бының өсөн виртуаль картаны ғәҙәттәгесә активлаштырыу ғәмәлен башҡарырға ғына кәрәк. Ярҙам һорап контакт-үҙәктәге операторҙарға 8 (800) 347-11-11 телефоны йәиһә күсмә ҡушымтаға техник ярҙам чатына мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың социаль карталар регистры компанияһында.