Француз инвесторы башҡорт балы проектын кисектерә

Француз инвесторы Патрик Хоффман («Отрада» компаниялары төркөмө) инвестпроектын геосәйәси көсөргәнешлек сәбәпле туҡтатып торорға ҡарар итеүе тураһында белдерҙе. Ошо көндәрҙә Ишембай районында юғары сифатлы башҡорт балын экспортҡа сығарыу маҡсаты менән етештереү инвестпроекты танытылырға тейеш ине. Проектты ғәмәлгә индерер өсөн Башҡортостанда «Би Хэппи» («Бәхетле бал ҡорто») компанияһы теркәлеп юл картаһы раҫланғайны.

«Бөгөнгө хәл иҡтисади юҫыҡта һәм проектты финанслау йәһәтенән киҫкен үҙгәрештәргә килтерҙе. Европа берлегенән сит ил ҡорамалдарын киләһе бал миҙгеленә ҡайтарыр әмәл юҡ. Шул уҡ ваҡытта проекттан тулыһынса баш тартырға йыйынмайым, бер йылдан, сәйәсәт икенсе планға күсеп сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр тергеҙелһә уға әйләнеп ҡайтырға әҙермен», — тине Патрик Хоффман.

Инвестор һүҙҙәренсә, «Би хэппи» компанияһы 5 мартта 14 урман участкаһын бүлеү аукционында ҡатнашмай.

«Урындағы умартасыларҙың күңеле тынысланыр, минең проект уларҙы борсоуға һалғайны. Проектты яңыртып ҡороу насип булһа тәү сиратта урындағы умартасылар менән етди һөйләшеп ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырырға иҫәп тотам», — тип белдерҙе Патрик Хоффман.

Француз эшҡыуары 20 йыллыҡ ғүмер һәм хеҙмәт дәүерендә Башҡортостандың үҙе өсөн ысын асышҡа әүерелгәнен, төбәктең гүзәл тәбиғәтен, алсаҡ халҡын һәм хуп күрелгән инвестиция климатын юғары баһалағанын белдерҙе.

«Башҡорт балы — төбәк бренды, әммә ул әле сит илдәрҙә киң танылыу алмаған. Ә мөмкинлектәре бар. Мин сифатлы йүкә балын донъя баҙарында Яңы Зеландияның «Манука» балына конкурент булырлыҡ, тип иҫәпләйем. Киләсәктә беҙ проектты бойомға ашырып башҡорт балын донъя брендына әйләндерербеҙ, тип ышанам», — тип йомғаҡланы Патрик Хоффман.