Ил президенты Владимир Путин үҙ указы менән 2 марттан Рәсәйҙән 10 мең долларҙан ашыу валюта алып сығыуҙы тыйҙы. Быға тиклем Рәсәйҙән 10 мең долларҙан ашыуыраҡ суммала ҡулаҡса валюта алып сыҡҡанда декларация тултырырға кәрәк ине. Бынан тыш, федераль һауа транспорты агентлығы илдең үҙәк өлөшөндәге һәм көньяғындағы 11 аэропортҡа осоуҙы тыйҙы. Ваҡытлыса сикләү режимы 2022 йылдың 8 мартына тиклем оҙайтылды. Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь, Элиста аэропорттарына осоштар сикләнде. Рәсәйҙең башҡа аэропорттары, шул иҫәптән халыҡ-ара аэропорттар ғәҙәттәгесә, тип билдәләй Федераль һауа транспорты агентлығы.
Ҡара-ҡаршы
Ҡара-ҡаршы