Иглин районында йәшәүсе Евгения Дудина һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиләгән ғаиләләргә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Ул һөнәре буйынса парикмахер, шуға сәс ҡырҡыу хеҙмәттәрен уларға бушлай тәҡдим итә. Евгения Дудина был ғаиләлә көтөлгән ҡунаҡ. Хәҙер икенсе йыл инде ул малайҙарҙың сәсен алырға килә. Өйгә килеп инеү менән оҫта ҡайсыға тотона. Сергей, Владимир, Петр һәм Динислам – был дүрт малайҙың яҙмыштары ябай түгел. Үҙ ата-әсәләре баш тартҡандан һуң, Скутиндар ғаиләһенә килеп эләгәләр. Ольга Михайловна әйтеүенсә, улар 2009 йылдан башлап йәмғеһе 14 баланы тәрбиәгә алған. Уларҙың бишәүһе аяҡҡа баҫып, төрлө ҡалаларҙа уҡып-эшләп йөрөйҙәр, тағы ла бишәүһе мәктәптә, ә был дүрт малай һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәнгә күрә өйҙә белем ала.Ысынлап та, мәҫәлән, Петя исемле малайҙары иһә, ғаиләгә алынғас, ижади яҡтан асыла башлаған. Йортто уның рәсемдәре биҙәй. Оҙаҡламай күргәҙмәһе лә ойошторолорға тейеш. Йәмғиәттә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға мөнәсәбәттәр төрлөсә. Әммә уларҙы тәрбиәгә алырға ҡурҡмаһындар ине, ти Ольга Скутина. Ошондай ғаиләләргә ярҙамға Евгения Дудина сәс ҡырҡыу буйынса үҙ хеҙмәттәрен бушлай тәҡдим итә.Аҡсаға экономиянан тыш, Евгения балалар менән уртаҡ тел табып, уларҙың күңелен күрә.Алты йәшлек Динислам был ғаиләлә сентябрь айынан ғына. Әсә ҡарынында алкоголь менән ағыуланғанға күрә, уның баш мейеһе зарарланған. Шуға ла физик яҡтан үҫеше тотҡарланған. Скутиндар ғаиләһенә тәрбиәгә алынғандан һуң, 5 ай эсендә генә малай 5 см-ға оҙонайып, ауырлығы ла 5 кг-ға артҡан.Баланы яратҡан һайын үҫә, ти әсә кеше. Евгения ла кескәйҙәр менән уртаҡ тел таба белә. Динисламдың сәсен тәүгегә генә алһа ла, дуҫлашып та өлгөргән.Быға тиклем һөйөү күрмәгән, йылы һүҙ ишетмәгән бала, ғаиләлә мөхәбәткә сорналып, үҙе лә йомшара төшкән. Үҙенсәлекле балалар аралашыусының уларға ҡарата мөнәсәбәтен һиҙеп тора, ти Евгения.Өлкән малайҙар ҙа ике йыл эсендә Евгенияға күнегеп бөткән. Уның килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.Евгения Дудина парикмахерлыҡ эше менән дүрт йыл ғына шөғөлләнһә лә, инвалид, психофизик, менталь, шул иҫәптән аутистик кәмселектәре булған балаларға күптән ярҙам итә. “Про добро” хәйриә фондында төрлө социаль проекттар етәксеһе ул. Әле Евгения салонда парикмахерлыҡ эшенән бушаған ваҡыттарында һаулыҡ мөмкилектәре сикләнгән балаларҙың сәсен бушлай алырға йөрөй. Киләсәктә инде ул ошондай балаларға социаль адаптациялы бөҙрәхана салоны асырға хыяллана.
Изгелек тураһында
Изгелек тураһында