Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр тәбрикләнде. Быйыл Башҡортостан район — ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Финалға сыҡҡан 150 гүзәл зат “Торатау” конгресс холында тәбрикләнде. Милли башҡорт кейемендәге ҡурсаҡ Гүзәл Ғүмәрованың иғтибарын шунда уҡ йәлеп итә. Ҡашмауы, еләне – һәр элементын ентекләп ҡарай. Күргәҙмәләге башҡа биҙәүестәр ҙә күҙҙең яуын алырлыҡ. Балаларымды ла ҡыҙыҡһындырыр ине, ти Гүзәл Таһир ҡыҙы. 7 бала әсәһе Рәсәй фәндәр академияһының кесе фәнни хеҙмәткәре лә. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғүмәровтар ғаиләһе йыр-бейеү, шулай уҡ спорт ярыштарында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша һәм бар эште лә бергә башҡарырға тырыша. Гүзәл Таһир ҡыҙы быйыл “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” конкурсында үҙен һынап ҡараны. “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” конкурсында 150 ҡатын-ҡыҙ финалға сыҡты. 10 номинацияла еңеүселәр тәбрикләнде. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә почет грамоталары тапшырылды. 6-сы йыл ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсына күрше өлкәләрҙән дә әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылғайны.Ҡатын-ҡыҙҙың йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ғаилә йолаларын, халыҡ педагогикаһын тергеҙеү, әсәйҙәрҙең бала тәрбиәләүҙә әһәмиәтен күтәреү – конкурстың төп маҡсаттары.Гүзәл заттар өсөн байрам сараһы ойошторолдо, республиканың билдәле артистары сығыш яһаны.Конкурстың иң юғары наградаһы Рабиға Ҡушаева исемендәге “ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” миҙалы. Быйыл 15 гүзәл зат бүләкдәнде.Миҙал йәмәғәт эшендә тағы ла әүҙем эштәр башҡарырға этәргес бирә, ти конкурста еңеүселәр. Залда йыйылған һәр гүзәл зат үҙ һөнәренең оҫтаһы, ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙем ҡатнашыусылар. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм үҫтереү йәһәтенән “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проекты сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм хәрби-патриотик ойошмалар, республиканың спорт федерацияһы менән килешеү төҙөлгән.