“Миңә ҡул күтәрҙеләр, яҫтыҡ менән битемде ҡапланылар, төнгә ҡарай бәҙрәфкә бикләп ҡуйҙылар”. Өфөлә йәшәүсе йәш әсә һүҙҙәренсә, уның ике ҡыҙын балалар шифаханаһында тап ошондай ысул менән “тәрбиләгәндәр”. Әсә балаларының һаулығын нығытыу маҡсаты менән уларҙы санаторийға һала, ләкин хәҙер ҡыҙҙар психолог ярҙамына мохтаж. Бындай һүҙҙәрҙе балалар санаторийындағы өлкән “апайҙар” телефон аша әсәйгә әйтергә ҡушты, ти алты йәшлек Ника. Луиза Йәдһәрова һаулыҡтарын нығытып алһындар тигән теләк менән ике ҡыҙын-Ника һәм Кэтины Өфөләге санаторийға һала. Тик сәләмәтлекте яҡшыртыр урынға, барыһы ла киреһенсә килеп сыҡты, ти ул. Ҡыҙҙар һөйләүенсә, хеҙмәткәрҙәр уларға ҡул күтәргән, насар һүҙҙәр әйткән.Бәҙрәфтә тороп ҡалғас, һыуыҡ иҙәндә йоҡларға тура килде. Был урындан тик иртәнсәк кенә сығарҙылар, ти Ника. Ә дүрт йәшлек Кэти һөйләүе буйынса, өлкән апайҙар яҫтыҡ менән уның битен ҡаплаған. Бушҡа түгел, бының сәбәбе лә бар, ти ҡыҙ.Тик илаған өсөн ойошма хеҙмәткәрҙәре ят баланы йәберләй аламы? Был һорауға хәҙер Ника Йәдһәрова яуаптар эҙләй. Әйткәндәй, санаторийға һалғас, бала менән телефондан һөйләшергә, уның менән күрешергә лә ҡушмайҙар. Был ял итеү урынының шарты булған. Шулай ҙа йәш әсә өлкән ҡыҙын телефонға саҡыртыуҙарын һорай. Ҡыҙ бала алып ҡайтыуҙарын илап үтенгәс, Луиза шунда уҡ санаторийҙа китә. Хәҙер уларға педиатрға күренергә, психолог менән эшләргә тура килә. Дөрөҫлөктө асыҡлар өсөн балалар санаторийына беҙҙең ижади төркөм дә шылтыратып ҡараны, тик һөҙөмтәһеҙ. Етәксе бәйләнешкә сыҡмай. Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина санаторий ҡуйған шарттар менән риза түгел.Әле был хәл буйынса Октябрь районы прокуратураһы тикшереү эше башлаған.Ҡыҙҙар, ысынлап та, дөрөҫөн һөйләйме әллә алдашамы икәнен асыҡлар өсөн улар менән артабан квалификациялы психологтар эшләйәсәк. Ғәҙеллекте асыҡлау өсөн Луиза Йәдһәрова кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Ә ҡыҙҙар иһә әлегә табиптар күҙәтеүендә буласаҡ.
Баланы тәрбиәләүҙә үҙенсәлекле ысул
Баланы тәрбиәләүҙә үҙенсәлекле ысул