Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа температураһы көтөлә

Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда температураның «тирбәлеүе» көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 4 мартта республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ була. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Һауа температураһы төндә -4,-9 градусҡа тиклем төшә, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -2,-4 градус йылы була. Республиканың таулы райондарында һауа +6 градусҡаса йылына.

5 мартта төндә бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыры фаразлана. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, буран, юлдарға көрт һалыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, иртән һәм көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә -3,-8 градус. Көндөҙ +1,-4 градус.