Башҡортостан предприятиеларына АҠШ санкциялары һалынды

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Салауат химия заводы АҠШ санкцияларына эләкте.

АҠШ Двигателдәр етештереүсе берләшкән компанияға санкциялар иғлан итте. Компания «Ростех» дәүләт корпорацияһының бер өлөшө. Был турала 3 мартта билдәле булды. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе — хәрби истребителдәр өсөн двигателдәр етештергән һәм граждандар авиацияһы өсөн двигателдәр эшләүҙә ҡатнашҡан предприятие Двигателдәр етештереүсе берләшкән компанияға ҡарай. Киң мәғлүмәт сараларында бер ҡасан да Өфө моторҙар эшләү берекмәһе двигателдәре ҡуйылған самолеттарҙың Америкаға ебәрелеүе тураһында хәбәр баҫылғаны юҡ ине.

«Газпром нефтехим Салауат» структураһындағы Салауат химия заводына ҡарата ла санкциялар индерелде, был турала 4 мартта Роскосмос етәксеһе Дмитрий Рогозин хәбәр итте. Башҡортостан заводы континенталь-ара баллистик ракеталар өсөн яғыулыҡ етештерә.

Ғөмүмән, АҠШ һәм уның союздаштары Рәсәйҙең 22 оборона предприятиеһына ҡаршы санкциялар иғлан итте.