“Һеҙ донъябыҙҙың тотҡаһы” – гүзәл затты “Башҡортостан24” каналы аша Фидан Ғафаров тәбрикләне

Рәсәйҙең халыҡ артисы башҡорт эстрадаһына шәхси ҡарашын белдереп, оҙаҡламай Урал Аръяғына командаһы менән гастролгә йыйыныуы тураһында белдерҙе.

4 март кисендә Фидан Сафа улы “Өфө ваҡыты” программаһы студияһына килеп тамашасыларҙың һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙе. Легендар актерға һөнәри эшмәкәрлегенән тыш шәхси тормошона ҡағылған һорауҙар ҙа бирҙеләр. Ғаиләмдән уңдым, тине Фидан Сафа улы.

  • Ҡатыным Фәриҙә менән 55 йыл бергәбеҙ, миңә ғашиҡ ҡатын, ҡыҙҙарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан ул мине көнләшмәне. Тормошта төрлө хәлдәр була. Һәр ваҡиғаны тейеш тип ҡабул итергә кәрәк, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай,  — тине Фидан Ғафаров.

Тапшырыу һуңында халыҡ артисы республикала йәшәгән бар ҡатын-ҡыҙҙарҙы етеп килгән 8 март байрамы менән ҡотланы.

  • Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, мөхәббәт теләйем. Ҡатын-ҡыҙ донъяның тотҡаһы, тотош Ер шары һеҙгә бәйләнгән, тине Фидан Ғафаров