Башҡортостанда 5 март — ҡыҫҡа эш көнө

Алты көнлөк эш аҙнаһынан һуң Рәсәй халҡын 6 марттан 8-енә тиклем өс көнлөк ял көтә.

7 марттағы эш көнө шәмбе, 5 мартҡа күсерелгәс, Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы был көн байрам алды көнө тип иҫәпләнә. Тимәк, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Шул уҡ ваҡытта 5 марттағы эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыу эш хаҡына бер нисек тә йоғонто яһамай.

2022 йылдың тәүге яҙ айына туғыҙ байрам һәм ял көнө, шул иҫәптән бер дәүләт байрамы — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тура килә.

Рәсәйҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тәүге тапҡыр 1913 йылда билдәләнә һәм тиң хоҡуҡтар өсөн көрәштә ҡатын-ҡыҙҙарҙың теләктәшлегенә арнала. СССР-ҙа 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө һәр ваҡыт билдәләнһә лә, 1966 йылдан ғына ул рәсми байрам булып иҫәпләнә.