Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларына инеү мөмкинлеген сикләүгә яуап саралары итеп, Роскомнадзор шундай ҡарар ҡабул итте.
«2020 йылдың октябренән Facebook яғынан Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларын һәм мәғлүмәт ресурстарын дискриминациялауҙың 26 осрағы теркәлде. Һуңғы көндәрҙә социаль селтәр «Звезда» телеканалы, «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы, Sputnik, Russia Today, «Лента.ру» һәм «Газета.ру» мәғлүмәт ресурстары аккаунтына сикләүҙәр индерҙе», — тиелә ведомство сайтындағы белдереүҙә.