5 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең төп офисында булды, күп функциялы үҙәктең эше менән танышты һәм хеҙмәткәрҙәрҙе яҡынлашып килгән 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
Республика етәксеһе граждандарҙы ҡабул итеү, тәү белешмә биреү һәм дәүләт хеҙмәттәре зоналарын, бизнес-зонаны, операция залын, контакт-үҙәкте, шулай уҡ криптобиокабинаны ҡараны.
«Бында һеҙҙең нисек эшләүегеҙҙе ҡарап сығырға теләгәйнем, барыһы ла бик яҡшы. Өс йыл элек Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратҡа бәйле проблемалар бар ине, хәҙер бындай проблема юҡ. Һеҙҙе яҡынлашып килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайым, һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт теләйем, борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт булыр», — тине Радий Хәбиров, күп функциялы үҙәктең төп офисы хеҙмәткәрҙәрен 8 март менән ҡотлап.