Барыһына ла кеҫә телефоны ғәйепле. Ир кеше юл буйлап телефондан һөйләшеп китеп барғанда, йәшен уттары мобиль ҡоролмаға эләгә. Йәшен заряды кешенең яңағынан инә һәм барлыҡ тәне буйлап үтеп, аяғынан сыға. Тәне бешкән егетте тиҙ арала Өфөләге 18 дауаханаға, тәне бешеүселәрҙе дауалау үҙәгенә алып киләләр. Асыҡланыуынса, 26 йәшлек егет яңы эшкә урынлашыу өсөн Дәүләкәндә медицина комиссияһы үтеп, Бүздәккә ҡайтып барған. Белгестәр йәшен ваҡытында кеҫә телефоны менән ҡулланмаҫҡа кәңәш итә, уны бөтөнләй һүндереп ҡуйыу күпкә хәйерлерәк.
Дәүләкән районы Ивановка ауылы эргәһендә ир кешене йәшен атҡан
Тулыраҡ: Дәүләкән районы Ивановка ауылы эргәһендә ир кешене йәшен атҡан