1992 йылда республика кимәлендә башланып киткән конкурс, 95-се йылдан Халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Быйыл унда 70 кеше көс һынай. Кисә фестивалде асыу тантанаһы һәм уның тәүге туры үтте. Өфө йәнә дуҫлыҡ һәм сәнғәт үҙәге. Донъяның 5 иленән, Рәсәйҙең 9 төбәгенән милли музыканы һаҡлау һәм үҫтереү ниәте менән төрки йәштәре бер майҙанға йыйылды.Быға тиклем конкурс тик бер йүнәлештә – вокаль оҫталыҡты баһалауға ҡайтып ҡалһа, быйыл төп яңылыҡ – еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә: йырсылар, вокаль – инструменталь ансамбльдәр һәм милли музыка ҡоралында көй башҡарыусы коллективтар. Башҡортостан данын барыһы 9 ҡатнашыусы яҡлай. Йәрәбәгә ярашлы фестивалде асыу “Йатаған” этно-төркөмө егетәре иңендә.Жюри составы йыл да үҙгәреп тора, шулай ҙа, һәр йылдағыса, комиссия рәйесе итеп Урал Иҙелбаев тәғәйенләнде. Еңеүселәрҙе билдәләүҙә Ҡаҙағстан, Ҡабардин-Балҡар, Үзбәкстан һәм Әзербайжандың сәнғәт оҫталары ла ҡатнаша.Мәскәү башҡорттары исеменән быйыл Әлфиә Ниғмәтуллина сығыш яһай.Ҡырым моңдарын Әминә Мостафаева алып килгән.Бөгөн бәйгеселәрҙе һынауҙың икенсе туры көтә. Төрки халыҡтарын берләштергән фестиваль иртәгә Өфө амфитеатрында ҙур Гала-концерт менән тамамлана.
“Урал моңо - 2016” төрки йәштәренең халыҡ-ара фестивале ун һигеҙенсе тапҡыр ҡәрҙәш халыҡтарҙың иң талантлы йәштәрен йыйҙы
Тулыраҡ: “Урал моңо - 2016” төрки йәштәренең халыҡ-ара фестивале ун һигеҙенсе тапҡыр ҡәрҙәш халыҡтарҙың иң талантлы йәштәрен йыйҙы