«Спутник М» вакцинаһының яңы партияһы килә

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн 950 доза «Спутник М» вакцинаһының яңы партияһы килә. Был турала бөгөн, 9 мартта, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә республикала 12-18 йәшлек 2 376 үҫмер коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға тейешле өлкәндәрҙең 99,9 проценты, йәғни, 2 481 689 кеше вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан, ә 2 341 909 кеше ике компонентын да яһатҡан, тине Максим Забелин.