Рим Хәсәновҡа 75 йәш

Бөгөн танылған композитор, 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романс авторы, Өфөнөң почетлы гражданины Рим Хәсәновҡа 75 йәш. Композиторҙы юбилейы менән республика етәксеһе лә ҡотланы.

«Һәр кемдең яратҡан йыры бар. Минеке — «Ҡышҡы романс». Әсәйем Фидан Ғафаров башҡарыуындағы ошо йырҙы бик ярата ине. Йырҙың көйөн Рим Мәхмүт улы Хәсәнов ижад иткән, — тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — «Өфө йүкәләре», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Юҡҡа түгел» һәм башҡа бик күп йырҙар хитҡа әүерелде, уларҙа тотош быуын үҫеп тәрбиәләнде. Сөнки Рим Хәсәнов йөрәккә үтеп инерлек йырҙар яҙа. Юбилейығыҙ менән, маэстро! Ҙур рәхмәт, Рим ағай!».

Рим Хәсәнов — совет һәм башҡорт композиторы, автор-башҡарыусы, яҙыусы, СССР-ҙың Композиторҙар союзы һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины. Рим Хәсәновтың ижады башҡорт сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Ике балет, бик күп хор, камера-инструменталь, симфоник әҫәрҙәр, шул иҫәптән театр, радио һәм кино өсөн музыка, 400-ҙән ашыу йыр, балладалар һәм романстар, шулай уҡ шиғырҙар һәм пьесалар авторы.

Рим Хәсәнов бөгөн дә ижад итеүҙән туҡтамай. 2021 йылда уның пьесалары һәм шиғырҙары донъя күрҙе. «Биш пьеса» һәм «Шиғырҙар. Беренсе китап» китаптарын Рәсәй каталогында һәм илдең ҙур китапханаларында табырға мөмкин. Һуңғы ваҡытта өс аудиоальбом төҙөнө, 50 яңы йыр яҙҙы. Үҙе кларнетта уйнарға өйрәнеп, кларнетта башҡарылған башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары йыйынтығын яҙҙырҙы. «Кларнет шул тиклем оҡшай, тағы ла Роберт Юлдашев кеүек ҡурайҙа уйнарға хыялланам», — ти композитор.