Президент 8-16 йәштәге балалы ғаиләләргә яңы түләүҙәр раҫланы

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла — 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға ай һайын аҡса түләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо турала белдерҙе.

«Беҙ яңы ҡарар ҡабул итергә — 8-16 йәшлек балаларға, атап әйткәндә, аҙ килемле бөтә ғаиләләр өсөн түләүҙәр билдәләргә, уларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Был сара 1 апрелдән ғәмәлгә индерелә, аҡса майҙа түләнә башлай», — тине дәүләт башлығы.

Хәҙерге ваҡытта илдә йөклө ҡатындарға һәм ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә, тип билдәләне Владимир Путин. Бынан тыш, Рәсәй Президенты 8-16 йәштәге балаларын яңғыҙы ҡараған ата-әсәләргә ярҙам тураһында ла иҫкә төшөрҙө.

«Дәүләт үҙ яғынан ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләр. Был беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеш», — тине Владимир Путин.