Брендтар ҡайҙа китә

10 март сәғәт беренсе егерме минутта “Башҡортостан24” каналында башланған “Өфө ваҡыты” халыҡ программаһы һәр ваҡыттығыса тамашасыларҙы көнүҙәк мәсьәлә буйынса фекер алышырға саҡыра.

Сит ил брендтары, сауҙа селтәрҙәре, йәмәғәт туҡланыуы компаниялары Рәсәй ҡулланыусылар баҙарын ташлап китергә ҡарар итте. Ошо ваҡиғаның ил өсөн “эҙемтәләре” тураһындағы һорауҙарға эксперттарҙан абруйлы фекерҙәр көтәбеҙ. Алып барыусы Денис Ғәниев студияла әңгәмәгә бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов менән эшҡыуар Азамат Ғәлинды саҡырҙы.

Әңгәмәгә теләгән һәр тамашасы ҡушыла ала. Шылтыратып һорауҙар бирегеҙ, үҙ фекерҙәрегеҙҙе белдерегеҙ.

Тура эфир телефоны +7(347) 295-98-72,

+7-937-840-24-24 WhatsApp һандарына һорауҙарҙы яҙып һалырға була.