Зеленодольск ҡалаһында триатлон буйынса Рәсәй кубогы ярыштарында старттан һуң яҡташыбыҙҙың аяҡ кейеменең бауы ысҡынған. Илнар аптырап тормаған, уны сисеп ҡулына тотҡан да өс саҡрымды ойоҡсан йүгереп үткән.
«Ҡарҙан 16 градус һыуыҡта. Илнар үҙенең ныҡ холоҡло икәнен күрһәтте, ҡарҙан ойоҡсан килеш йүгереп, 18-19 йәшлек спортсылар араһында еңеүгә өлгәште», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Триатлон федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.