Макдональдс менән КФС-ны үҙебеҙҙең компаниялар алмаштыра ала

Макдональдс менән КФС-ны үҙебеҙҙең компаниялар алмаштыра ала

Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылған тиҙ туҡланыу ресторандарына Башҡортостан чиновниктары ошондай яуап ҡайтарырға әҙер. Был хаҡта хөкүмәттәге Оператив кәңәшмәлә әйтелде. Радий Хәбиров иҡтисадтағы бөтә хәүефтәрҙе ентекле өйрәнеп, уйланылған ҡарарҙар ҡабул итергә саҡырҙы.

Башҡортостан ошо көндәрҙә Украиналағы махсус операциянан ҡорбан булып ҡайтҡан 3 һалдатын һуңғы юлға оҙатты. Уларҙың ғаиләләрен республика властары ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ тип белдерҙе Радий Хәбиров һәм балалар аяҡҡа баҫҡансы хәстәрлек күрһәтергә ҡушты.

Ярҙамға әле мохтаж Луганск һәм Донецк халҡына Башҡортостандан тәүге гуманитар йөк барып етте. Кейем-һалым, аҙыҡ, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын битараф булмаған яҡташтарыбыҙ йыйған. Радий Хәбиров киләһе ылауҙы туплай башларға ҡушты. Сит илдә ҡалған яҡташтарҙы ҡайтарыу үҙе бер махсус операцияға тиң. Әлеге ваҡытта юллама буйынса ял итеүсе 760 турист сит илдә ҡала. Улар барыһы ла 12 мартҡа тиклем үҙ рейстары менән ҡайтып етәсәк тиелде кәңәшмәлә. Ә бына үҙ аллы сит дәүләткә сығып ҡайтыр юлда ҡаршылыҡтарға осраған 23 мөрәжәғәт буйынса 6-һы ҡайтыр юл тапҡан. Радий Хәбиров туристик блокка йәйге миҙгелгә етди әҙерлөнө башларға бойорҙо, туристик продукттарға ихтыяж юғары буласаҡ.

Санкция шарттарында күп нәмәгә ихтыяж артасағы көн кеүек асыҡ. Шуларҙың иң мөһиме-аҙыҡ-түлек. Запасты алдан хәстәрләү стратегик бурыстарҙың береһе. Сикләүҙәр һәм Рәсәй валютаһының үҙҡиммәте төшөү сәбәпле сәсеү кампанияһы быйыл республикаға 20 миллиард һумға барып баҫа. Былтырғы менән сағыштырғанда хаҡ 25 процентҡа ҡиммәтерәк. Шуның 6 млрд ярымын федераль бюджет льготалы кредиттар менән ярҙам итергә вәғәҙәләй. Орлоҡ запасы бар, әммә Урал аръяғы һәм төнъяҡ райондарҙа ул етешмәй, хөкүмәткә ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде. Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылған тиҙ туҡланыу ресторандарын Башҡортостан үҙ етештереүселәре менән алмаштырырға әҙер. Был турала вице-премьер Илшат Фазрахманов белдерҙе.

Санкция шарттарында йәшәргә өйрәнеү, иҡтисадты яраҡлаштырыу бөгөн төбәк властары өсөн төп мәсьәлә. Был аҙна уның анализ өлөшөнә бирелә. Ҡарарҙар ҡыҙыулыҡ менән ҡабул ителергә тейеш түгел тине Республика Башлығы

Импортты алмаштырыу мәсьәләһенең ҡыҙыу нөктәгә еткәнендә Башҡортостандың һөт кухняларын тергеҙеү тәжрибәһе башҡаларға яҡшы өлгө. Бер нисә йыл элек башланған эштең һөҙөмтәһе – ул Рәсәйҙә был тәңгәлдәге иң ҙур проект. 7 һөт эшкәртеү заводы һәм 140 таратыу пункты бар. Балалы ғаиләләргә бушлай бирелә, мәктәп, балалар баҡсаларына оҙатыла. Иң мөһиме – бөтә аҡ аҙыҡ тәбиғи сеймалдан эшләнә.

Коронавирус мәғлүмәт киңлегенән генә юғалып ҡалманы, ауырыу ысынлап та әүҙем кәмеү осорон кисерә. Оператив штаб 3 мең пациентҡа иҫәпләнгән Ковид госпиталдәрҙең байтағын ябып, дауаханаларҙы ғәҙәти тәртипкә күсерергә ҡарар иткән. Өҫтәүенә, республикала 2 яңы госпиталь төҙөлөшө тамамланып килә. Туймазылағыһы иртәгә үҙ ишщектәрен аса, ә киләһе аҙнанан тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлай. Сибайҙағы үҙәк апрель башында әҙер буласаҡ. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләрҙән Милли проекттар үтәлешенә бәйле сығышҡа айырым туҡталып китергә кәрәк. 2021 йылда был маҡсатҡа бүленгән аҡсаларҙан 27 миллиард ярым тирәһе тотонолған, үтәлергә тейешле маҡсаттарҙың 145 күрһәткестән 117-һе үтәлгән. План башҡарылмай ҡалыу хәүефе булғандарҙан 3 пункт бар, улар барыһы ла һаулыҡ һаҡлау тармағы менән бәйле, тәү сиратта быға Ковид аяҡ салған. Быйылға 37 миллиард һум аҡса бүленә, шуның күп өлөшө федераль бюджеттан. Маҡсаттар исемлегендә 56 мең ғаиләгә бала ҡарауға ай һайын түләнә торған ярҙам, 1 мең 600 медицина ҡоролмаһы һатып алыу, 122 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү, 2,3 млн квадрат метр яңы торлаҡ төҙөү һәм башҡалар.