Яңы объект бер айҙан тапшырыласаҡ. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Сибай ҡалаһының иң өлкән ветерандарының береһе менән осрашты. Сибай ҡалаһы эргәһендә 7 тажлы ҡурай рәүешендә яңы бина ҡалҡып сыҡты. Яңы госпиталь декабрь аҙағында төҙөлә башлағайны. Радий Хәбиров клиник-диагностика-инфекцион үҙәк менән яҡындан танышты һәм госпиталь бер айҙан пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ, тип билдәләне.
Яңы инфекцион үҙәк Өфө ҡалаһы эргәһендәге Зубово ауылында, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалаларындағы проект буйынса төҙөлә. Инфекцион госпиталь заманса һәм юғары технология ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Рысбаеваны барып күрҙе һәм халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. 98 йәшлек инәй үҙенең тормош юлын бәйән итте. Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы фронтҡа 1942 йылда 18 йәшендә китә. Авиомеханик һәм парашюттарҙы һалып тороусы булып хеҙмәт итә. Украина, Польша һәм Чехославакияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Конькиҙа шыуыусы һылыу һәм гүзәл ҡыҙҙар. Һәр береһенең сығышы сағыу һәм үҙенсәлекле. 200-ҙән ашыу йәш спортсы Сибай ҡалаһында фигуралы шыуыу буйынса асыҡ беренселектең төбәк-ара турнирында ҡатнашты. Төбәк башлығы Радий Хәбиров конькиҙа шыуыусыларҙы сәләмләне һәм үҙ теләктәрен еткерҙе.
Йыл һайын был ярышта 200-ҙән ашыу Башҡортостандан тыш, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән йәш спортсылар ҡатнаша. фигуралы шыуыу буйынса асыҡ беренселектең төбәк-ара турниры яңы “Ирәндек” боҙ һарайында үтте. Ошондай уҡ спорт бинаһы Ишимбай ҡалаһында 2021 йылда сафҡа инде. Ә быйыл боҙ майҙансығы Октябрь ҡалаһында асыласаҡ һәм Баймаҡ менән Дыуан райондарында төҙөләсәк.