Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Дим районы ҡала клиник дауаханаһы табиптары мини-футбол буйынса сираттағы турнир ойошторҙо. Унда дүрт команда көс һынашты. Спорт залында бөтәһе дүрт команда: травматологтар, поликлиника, хирургия һәм балалар табыу йортонда эшләгән табиптар. Мини-футбол буйынса турнир беренсегә үткәрелмәй, сираттағыһы 8 март-ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған. Шуға ла командаларҙың капитандары итеп дауаханала төрлө йүнәлештә эшләгән гүзәл заттар һайланған.

"Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух". Турнирҙың девизы тап шулай яңғырай. Табиптарҙың күбеһе ковид-госпиталдә эшләй, көнө буйы битлектә, махсус костюмда йөрөргә тура килә. Әүҙем тормош алып барырға ваҡыт та, көс тә ҡалмай, ти улар. Шуға ла бындай сараларҙың ойошторолоуы айырыуса мөһим.

Спорт-сәләмәтлек өсөн генә түгел, ә бер-берең менән аралашыу, ваҡыт бүлә белеү өсөн дә кәрәкле. Дим районы ҡала клиник дауаханаһы табиптары турнирҙы һәр квартал һайын уҙғарырға тырыша. Аҡ халатлыларҙың бындай сарала әүҙем ҡатнашыуы айырыуса баһаға лайыҡ.