Мәрхәмәтле эш

Мәрхәмәтле эш

Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Данил Абдрафиҡов 3 йыл элек тормош иптәшен юғалтҡас, өс баланы бер үҙе тәрбиәләй. Ҡатмарлыҡтар була, әммә зарланмаҫҡа, барыһын да үҙ көсөбөҙ менән атҡарырға тырышабыҙ, ти атай кеше. Әммә өлкән ҡыҙының тештәрен дауаларға мөмкинлек булмағас, татыу ғаилә ситтән ярҙам ҡабул итергә мәжбүр була.

Бер бала ла теш дауаларға яратмай. Әммә бының өсөн бөтә ғаилә менән ҙур машинала Ишембайҙан Башҡалаға сәйәхәт ҡылырға мөмкин тигәс, 14 йәшлек Аннаның теш табибына барыуы байрамға әйләнгән.

Аняның һеңлеһе Дианаға 9 йәш, Богдан ҡустыһына 6 йәш. Уларҙы атаһы бер-нисә йыл инде яңғыҙы тәрбиәләй. Үҙенсәлекле ғаилә хаҡында ишеткәс Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов урындағы хакимиәттән уларҙың нимәгә мохтажлыҡ кисереүҙәрен белешеп, үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. Ғаилә башлығы Данил Абдрафиҡов өлкән ҡыҙының тештәрен дауалау менән ҡатмарлыҡтар булыуын әйткәс, бәләкәй пациентты табипҡа яҙҙыралар һәм траспорт мәсьәләһен дә хәл итәләр. Анна тешен дауалаған арала Динар Заһит улы ғаилә башлығы менән яҡындан танышып уларҙың йәшәйешен белеште. Данил Абдрафиҡов балалары уҡыған мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуҙа ялыуҙар күплеген асыҡланы.

Клиника табиптары Аннаның тештәрен ҡарап, дауалауҙа ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ, бер нисә тешен бөгөн үк башлайбыҙ, тип атай кешене тынысландырҙы.

Был клиникала хәйриә акциялары йыш үтә. Өлкәндәрҙе һирәк, ә бына балаларға йыш ярҙам итәбеҙ, тине клиника табиптары.

Табипта иламаған һәр ҡыйыу балаға бүләк. Анна бүләген алғас Динар Ғилметдинов Абдрафиҡовтарҙың татыу ғаиләһен кафеға аҙаҡ Өфө буйлап сәйәхәткә саҡырҙы. Балалар, әлбиттә, шат. Ә атай кеше Дәүләт Думаһы депутатына ябай бер көндө сабыйҙары өсөн байрамға әйләндергәне һәм өсөн рәхмәтен белдерҙе.