Беҙҙең телерадиокомпания Башҡортостандағы иң яҡшы шифаханаларҙың береһе — “Ҡарағай” менән берлектә Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан әсәйҙәргә бағышлынған конкурс үткәрҙе. 4 мартта еңеүселәр билдәләнде, ә кисә “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында уларға шифаханаға 10 көнлөк юлламалар тапшырылды.
Конкурс ике каналда ике телдә лә барҙы. Рәсәй.Башҡортостан каналында “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуы алып барыусылары башҡорт телендәге видеояҙмаларҙы һәр тапшырыу һайын күрһәтеп барһа, рус телендәге роликтар “Башҡортостан 24”-тә “Доброе утро, Уфа!” сығарылыштарында эфирға сыҡты.
Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусы әсәһе тураһында видеояҙма төшөрөп ебәрергә тейеш ине. Яҙманы әҙерләп ебәреүгә бик аҙ ғына ваҡыт бирелде. 9 февралдә конкурс иғлан ителде, ә эштәрҙе ҡабул итеүҙең һуңғы көнө тип 4 март билдәләнде. Рус телендә лә, башҡорт телендә лә бихисап видеояҙмалар ҡабул иттек һәм иң яҡшы өсәр роликты һайлап алдыҡ. Улар араһынан еңеүсене конкурс комиссияһы билдәләне.
Ишембай районы Әхмәр ауылынан Урал Таһиров ебәргән яҙма был. Әсәһе Дамира Шайхрахман ҡыҙы Таһирова тураһында ул. Башҡорт телендәге видеояҙмаларҙан иң яҡшы өсәү рәтендә Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Гүзәлиә Абдуллина тураһында. Әсәйебеҙ һәр саҡта ла ҡул эштәренә оҫта, тип яҙҙы беҙгә ҡыҙы Гөлназ Кашапова. Кадрҙағы күлдәк уның бынан 40 йыл элек теккән кейеме, тип өҫтәй ул. Өсөнсө ролик Учалы ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Ғәйфуллина тураһында. Уны беҙгә ҡыҙы Наҙгөл ебәрҙе.
Ә был яҙма геройы Клара Нурьян ҡыҙы Мамаризаева. Ейәнсура районында тыуып үҫкән апай әле Өфөлә йәшәй. Яҙманы ҡыҙы Диана Аҙнабаева әҙерләгән. “Доброе утро, Уфа!” тапшырыуына килгән роликтар араһынан иң яҡшы тағы ла ике яҙма тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Уларҙы жюри ағзалары юғары кимәлдә әҙерләнгән тип тапты. Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылынан Данияр исемле малай, әсәһе Диана тураһында бик ентекле видеояҙма әҙерләгән. Тағы ла бер ихлас эштәрҙең береһе күп балалы әсәй тураһында. Лилиә, Альберт, Амалия , Алина — Гөлгөнә Кәлимуллинаның гөл-сәскәләй күреп үҫтергән ул һәм ҡыҙҙары.
Еңеүселәрҙе Ҡарағай шифаханаһы директоры Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов үҙе сәләмләне һәм апрель аҙағына тиклем көтөп ҡалыуҙарын әйтте.
Ә еңеүселәр киләһе: Ишембай районы Әхмәр ауылынан Урал Таһиров һәм Өфөнән Диана Аҙнабаева.
Еңеүсене һайлау ҡатмарлы булды жюри ағзаларына. Һөҙөмтәһе тос — “Ҡарағай” шифаханаһында 10 көнлөк ялға ике юлламаны ике әсәй алып һөйөндө, ә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре киләһе бәйгене ойоштороу өҫтөндә эш башланы.